Улукулевская модельная
сельская библиотека
logo
Олокүл моделле
ауыл китапханаһы
453010, Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Улукулево, ул. К.Маркса, 101
e-mail: karm-ulukul-1@mail.ru

«Әсәм теле -минең телем»

14 декабрь – Башҡорт теле көнө!
Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған тыуған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
Һәр башҡорт үҙ туған телен белергә тейеш, сөнки ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең нигеҙе. Туған тел!- һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғәиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
Бөгөн китапханала республикала сыҡҡан журнал-газетларҙан торған күргәҙмә ойошторолдо. Китап һөйөүселәрҙең барыһын да ҡунаҡҡа көтәбеҙ.
Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!