Улукулевская модельная
сельская библиотека
logo
Олокүл моделле
ауыл китапханаһы
453010, Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Улукулево, ул. К.Маркса, 101
e-mail: karm-ulukul-1@mail.ru

Акция “Йөрәк йылыһы”

11 октябрь Республика көнөндә Ҡырмыҫкалы районының Олокүл ауылында мобилизацияланған яҡташтарға ярҙам йөзөнән йәрминкә ойошторолды. “Үзебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” тигән девиз аҫтында үтте.
Ярҙам ҡулы һуҙарга теләүселәр бик күп. Йәрминкә киң ҡолас алды. Сараны асып, ауыл биләмәһе башлығы Азат Әхмәтйәнов хәйриә акцияһында катнашыусыларға сикһез рәхмәттәрен еткерҙе һәм мобилизацияланған ир-егетттәрҙең яҡындарына республика Башлығы Радий Хәбировтың хаттарын тапшырҙы. Изге эшкә олоһо ла-кесеһе лә дәррәү ҡушылды. Мәктәп уҡыусылары ла зур өлөш индергән. Үҙҙәре йәрминкәлә өйҙәренән алып килгән йәшелсә-емеш, тәмле ризыктар, ҡул эштәре мелән һатыу иттеләр. Йыйған аксаны махсус тартмаға илтеп һала барҙылар. Был изге эштэн “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ла ситтэ ҡалманы. Шулай уҡ ауыл биләмәһенең хатын-кыҙҙар советы ағзалары, эшҡыуарҙар һәм ауыл халкы – һәр береһе үзенең өлешөн индерҙе.
Йәрминкә бик матур үтте. Беҙ барыбыҙ ҙа барлыҡ һалдатларыбыҙ иҫән-имин әйләнеп кайтһын, күк йөҙҙәребеҙ тыныс булһын тип теләп ҡалабыҙ.